top of page

 

 

                       

 

 

 

Уҡытыусы тигән исемем бар,

Мәңгелеккә тиеп һайлаған.

Орлоҡ һалам кескәй күңелдәргә

Бик кәрәкле тиеп һанаған...

 

Наҙлы һүҙҙәр, йөрәк хисе менән

Юлдар ярам төрлө тарафҡа,

Минең өсөн оло баһа булыр

Улар әгәр илде данлаһа.

 

Уҡытыусы тигән исемем бар,

Яуаплылыҡ миңә өҫтәгән.

Ғорур йөрөтәм уны бөгөн дә мин

Ул бит һөнәр - илде биҙәгән!

                               

                                  Г.Й.Бикбулатова

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Минең педагогик фәлсәфәм

Эссе

1 сентябрь - Белем байрамы. Көҙгө ҡояш һаран нурҙары, алтын япраҡтары менән мәктәп линейкаһын йәмләй.  Шат йөҙлө балаларҙың ҡотлау һүҙҙәренә, аллы-гөллө сәскәләренә тәбрикләнеп, күңелем әйтеп аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡлы мәл кисерә.  Уҡыусыларымдың миңә төбәлгән ышаныслы ҡараштары хеҙмәт көнөмә көс бирә төҫлө. Бөгөн мин, йәнә бер яңы мәктәп календарының тәүге көнөнә аяҡ баҫам. Яңы уҡыу йылы башлана, алда яңы пландар, бурыстар.

Көмөш ҡыңғырау тауыш бирҙе,

Моң һуҙылды - таныш көй.

Алтын асҡыслы мәктәбем

Ҡаршылай “Хәйерле көн!”

Ҡайнар тойғоларымды тыя алмай  оло ҡыуаныс, сикһеҙ ғорурлыҡ, тулҡынланыу кисерәм мин.

Ана, ишетәһегеҙме? Күңел ҡылдарын сиртеп, көмөш ҡыңғырау сыңы ишетелә. Ниндәй илаһи моңға сорнаны был көмөш моң белем байрамын.

Ишетеләме? Йөрәк ҡылдарын тибрәтеп, моң ағыла башланы. Ниндәй сихри тауыш был? Бер нисә минутҡа өнһөҙ ҡалдым… Ҡыңғырау тауышын беренсе тапҡыр ишеткән беренселәр алға теҙелгән. Мәктәп линейкаһының йәме бит улар. Был бәләкәй уҡыусылар, берсә ҡыңғырау тотҡан ҡыҙ менән егеткә ҡыҙығып ҡарайҙар, берсә ҡыңғырау тауышына һоҡланып баштарын юғары күтәрәләр. Ә ҡараштары уҡытыусыла.

Бөгөнгөләй хәтеремдә: мәктәп тупһаһын тәү тапҡыр аша атлап үткәс тә,  ҡаршы алыусы тәүге  уҡытыусыма ҡарап туҡтап ҡалдым. Арабыҙҙа ниндәйҙер йылылыҡ урынлашты һәм был хис мине бер ҡасан да ташламаясағы тойолдо. Ул миңә ихлас йылмайҙы һәм тирә - яҡ яҡтырып китте. Нурлы йылмайыуы, ябайлығы, ихласлығы  “ысын уҡытыусы” исемен дәлилләй ине.

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк һүҙ! Уҡытыусым мине уҡырға, яҙырға, тәбиғәтте, тыуған ерҙе яратырға, кешеләрҙе аңларға өйрәтте. Ҡапыл килеп тыуған аңлайышһыҙ хәлдәрҙе сабыр ғына төшөндөрҙө, бер ваҡытта ла әрләмәне. Икеләнеберәк ҡалған саҡтарҙа уның бер күҙ һирпеп алыуы етә ине: унда күпме ышаныс һәм хуплау сағыла торғайны.

Ошо изге кешенең матур ҡараштары, дәрестәре минең киләсәгемә орлоҡтарын һалғандыр, моғайын. Балалыҡ хыялымдың тормошҡа ашыуына ҡанатланып, уҡытыусы булып эшләй башлауыма ун дүрт йыл да булып киткән. Уҡытыусы... Күпме күҙҙәр  миңә төбәлгән? Күпме өмөт, ышаныс бар уларҙа. Ә мин уларҙың өмөттәрен һүндермәҫтәй, ышаныстарын аҡларҙай уҡытыусы булырға, бар тәрбиәне үҙ миҫалымда, тәжрибәмдә күрһәтергә тейешмен.

Минең өсөн уҡытыусы менән уҡыусыны берләштергән ҡыңғырау тауышы туҡтап ҡалырға, көмөш моң өҙөлөргә тейеш түгел. Уҡытыусының хеҙмәт юлы ла, алға ҡуйылған пландары ла, маҡсаттары ла, һәр иртәһе лә ошо ҡыңғыраулы тауыш менән башлана ла инде. Минең төп бурысым - рухи аңлы шәхес тәрбиәләү.Йәшәйеш тик тормай алға тәгәрәй.  Бөгөнгө заман талабы ла быны талап итә. Мәктәптәрҙә уҡытыуҙың төрлө - төрлө яңы технологиялары ҡулланыла, интернет селтәре аша мәғлүмәт алыу, дистанцион дәрес алыу мөмкинлеге лә уҡытыусы тәжрибәһен байыта.

Эйе, хәҙерге заман уҡытыусыһы  төплө белем биреү менән генә сикләнеп ҡалмай, ә ҡуйылған һорауға  уҡыусылар  менән бергә яуап эҙләй, уларға үҙ аллы белем алыу өсөн  асыҡ йүнәлеш бирергә тейеш. Дәрестә үтеләсәк программа материалдарын  ваҡ-ваҡ проблемаларға бүлеп, үткән дәрес менән бәйләп, балаларҙың яуаптарына, фараздарына һөҙөмтәле рәүештә өлгәшергә тырышам. Уҡыусыны уйландыра алыу – ауыр эш. Әммә ул ҡаушатмай, ә киреһенсә  ижади эҙләнеүгә этәргес көс, илһамлылыҡ ҡына өҫтәй.

Һуңғы йылдарҙа “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә коммуникатив компетенция формалаштырып, ижади шәхес тәрбиәләү” методик темаһы өҫтөндә эшләйем. Ижади һәләтте үҫтереүҙең алымдары бик күп. Минеңсә, уҡытыусы бер генә минутҡа ла “Ижади шәхес - заман талабы”  икәнен онотмаҫҡа тейеш.

 Профессор Ә.З.Рәхимов раҫлауынса, ижад - кеше мейеһенең ябай тәбиғи функцияһы. Кеше баланы уҡытҡанда ла, аш - һыу әҙерләгәндә лә, әйбер һатҡанда ла ижад итә белергә тейеш. Ижад - ул эшмәкәрлек төрө түгел, ә уның бер стиле. Бер үк кеше үҙенең ижади һәләтен төрлө эштә күрһәтә ала. Ижади шәхес ғәҙәти генә нәмәнән дә ғәжәп нәмәләр күрә белә:  ул таныш һүҙҙәргә һәм ваҡиғаларға икенсе күҙлектән ҡарай, ябай ғына һүҙҙәрҙән дә матур - матур фекерҙәр, күңелдәрҙең иң төптәге ҡылын сиртер әҫәрҙәр тыуҙыра, ижади эшмәкерлеккә көс, дәрт бирә, йырып сыға алмаҫлыҡ хәл - ваҡиғаларҙан ҡотолоу юлдарын күрһәтә.

Бөтә балалар ҙа ижади шәхесме? Әлбиттә, ижади. Уны ваҡытында асыҡлап, артабан үҫтереү – ата-әсәйҙәрҙең һәм уҡытыусыларҙың төп бурысы. Заман юғары мәҙәниәтле, белемле, мәғлүмәтле булыуҙы, тарихты яҡшы белеүҙе, алға ҡарап эш итеүҙе талап итә. Шуға ла йәш быуынды даими үҙгәреш, конкуренция шарттарында йәшәй алырҙай, инициативалы, бөтә яҡлап үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Кешенең үҙ - үҙе менән етәкселек итә алыуы  - ижади шәхес өсөн иң мөһим һөҙөмтә.   Бала мәктәптә белем генә үҙләштермәй, ә шәхес булараҡ та үҫешә. Ә уны белемле лә, талантлы ла, рухлы шәхес итеп үҫтереү, тәбиғәттән бирелгән ижади һәләтен асыу – еңел эш түгел, ул күп яҡлы, оҙайлы, эҙмә – эҙлекле хеҙмәт. Туған тел уҡытыу уҡытыусынан яңы ижади ҡараш, төрлө алымдар ҡулланыуҙы, дәресте заманса, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы, үҙебеҙ өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләүҙе, заман менән бергә атлауҙы талап итә. Ләкин был заманса технологиялар, компьютер, мультимедиа менән дәрес үткәреүҙе генә аңлатмай. Тел белгесе Р. А. Күзбәкова әйткәнсә; бала күңеленең иң нескә ҡылдарын сиртер тере һүҙҙе бер ниндәй ҙә техника  алыштыра алмаясағы көн кеүек асыҡ. “Һүҙ аша баланы халыҡтың рух донъяһына алып инергә кәрәк” - ти бөйөк педагог К. Д. Ушинский.

Эйе, һәр һүҙҙә, күренештә, билдәлә, эштә халыҡтың аң-белеме ята. Уҡыусыларымды  эшкә йәлеп иткәндә лә, эш төрҙәренең темаһын ижади шәхес тәрбиәләүгә ҡарата  һайлайым. Иң мөһиме - шәхесте  ижади яҡтан үҫтереү, тәнҡитле  фекерләргә өйрәтеү, халҡыбыҙға, тыуған еребеҙгә, телебеҙгә, йәнтөйәгебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Ошондай сифаттарҙы шәхестә формалаштырыу өсөн, уҡытыусы эш аламдары, яңы проекттар эҙләп таба.

   

Мәктәптә уҡытылған башҡа фәндәр араһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен ентекле итеп өйрәтеү, үҙ телебеҙгә, үҙ фәнебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, туған телебеҙҙең  матурлығын, нескәлеген күңелдәргә һеңдереү  уҡытыусы хеҙмәтендә  яуаплы урын биләй. Үҙ телебеҙҙә матур һөйләшкән, иркен аралашҡан уҡыусылар тәрбиәләү - минең  изге бурыстарымдың береһе. Кешенең теле ни тиклем бай һәм әҙәби булһа, күңелен дә изгелек яулап ала. Ундай кешеләрҙең үҙ фекере, тәрән зиһене, зирәк аҡылы, яҡты аңы  була. Тел - ул аралашыу ҡоралы ғына түгел. Тел - кешенең тәрбиәле булыуын да, белемле булыуын да сағылдыра. Ә тәрбиәле кеше, тәрбиәле быуын - бөгөнгө ышанысыбыҙ, өмөтлө, яҡты киләсәгебеҙ. Мәктәптә төплө белем биреү генә түгел, әҙәплелек тәрбиәләүҙе юғары кимәлгә күтәреү мөһим. Шул  саҡта ғына бөгөнгө тормошҡа яраҡлашҡан шәхес формалаша.                    Сөнки, уҡытыусы - ул тәү сиратта рух тәрбиәсеһе. Был йәһәттән сығып, рухи үҫеш юлында маҡсатлы эшләйем. Уҡыусыларым менән төрлө әҙәби кисәләр үткәрәбеҙ,  бәйгеләрҙә ҡатнашабыҙ, ижади яҡтан күңелдәребеҙҙе байытабыҙ, музейҙарға, театрҙарға йөрөйбөҙ.

Көмөш сыңлы, моңло тауыш аҫтында матур уйҙарға бирелеп, тәүге уҡытыусымды, уҡытыусы хеҙмәтен, уҡыусыларымдың уңыштарын барлап сыҡтым. Барыһы ла күҙ алдынан йүгерҙе.

Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты: мин – уҡытыусы! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләүемә 14 йыл. Уҡытыусы һөнәре иңдәремә ятҡас ҡына, минең яҙмышым – илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын аңланым. Ә башҡорт теле уҡытыусыһы – ул халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, милләтебеҙгә тура юл күрһәтеүсе.

Уҡытыусы һәнәрен һайлауыма йылдан – йыл ҡыуанып бөтә алмайым. Уҡыусылар күңеленә яңынан – яңы рухи орлоҡтар сәсеү, уларҙың уңыштары менән уртаҡлашыу, үҙемдә остаздарымдың, уҡыусыларымдың күркәм сифаттарын күреп ҡыуанам. Эшемдең ни тиклем етди һәм яуаплы һөнәр булыуын йылдан – йыл нығыраҡ тоям. Тел уҡытыусыһы үҙ мөхитебеҙгә һөйөү тәрбиәләй, балалар күңелендә илһөйәрлелек тойғолары үҫтерә.

Бына тағы, ҡыңғырау тауышы дәрескә саҡырҙы, мин белем бирергә ашығам …

 

bottom of page